Мероприятия посвященные дню башкирского языка
14 декабрҙә республикала Башҡорт теле көнө уҙғарыла. Дата 2019 йылда Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың рәсми указы менән башҡорт телен һаҡлау, яҡлау һәм үҫтереү маҡсатында индерелде. Башҡорт халҡының бөйөк улы — шағир-мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөндә билдәләнә.
Ошо айҡанлы, иҫтәлекле даталарға арналған ҡыҙыҡлы һәм йөкмәткеле саралар бер йүнәлешле буласаҡ - “Ете аҙым” концепцияһына берләштереләсәк, бөйөк Аҡмулланың “Нәсихәттәрен”дә билдәләнгән ете рухи ҡиммәткә таянып тормошҡа ашырыласаҡ. Марафонға старт 7 декабрҙә бирелә. Артабан ете көн дауамында ете төшөнсәнең асылы, мәғәнәһе яҡтыртыла барасаҡ һәм Башҡорт теле көнөнә тиклем дауам итәсәк.
Һәр көн бер төшөнсәгә бағышланасаҡ ( 7 декабрҙә –«Башҡорт теле – иманлы тел», 8 декабрҙә – «Башҡорт теле – күңелем көҙгөһө», 9 декабрҙә – «Башҡорт теле – аҡыл теле», 10 декабрҙә – «Башҡорт теле – шөкөр тел», 11 декабрҙә – «Башҡорт теле – әҙәпле тел», 12 декабрҙә «Башҡорт теле – сабырлыҡ теле», 13 декабрҙә – «Башҡорт теле – ихлас тел»).Ошо ете көн эсендә бик күп мәғәнәле, матур саралар уҙасаҡ. 14 декабрҙә уҡыусылар өсөн башҡорт теленән берҙәм онлайн-дәрес үтәсәк.