“Тап һүҙ” онлайн-бәйгеһе
Декабрь 15, 2021
Просмотров: 81
Уҡыусылар араһында, Башҡорт теле көнөнә арнап ойошторолған, “Тап һүҙ” онлайн-бәйгеһе үтте.
Бәйгелә Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһы субъекттары мәктәптәренең 5-10 класс уҡыусылары ҡатнаша алды.
Ҡатнашыусы үҙе ижад иткән шиғырҙы уҡыған видеояҙманы (горизанталь), шиғырҙың тексты менән бергә #тапһүҙ #халыҡтардуҫлығыйорто хэштегтары менән социаль селтәрҙәргә урынлаштырырға тейеш ине.
Халыҡтар дуҫлығы йорто һәм Муса Гәрәев исемендәге башҡорт тарихи - мәҙәни үҙәге ҡатнашыусылар араһыннан иң көслөләрен һайлап алдылар.
1 - нсе урынны Үрмәт ауылы төп дөйөм белем биреү мәктәбенең 8 - нсе класс уҡыусыһы Зөһрә Латыпова һәм Т.Рахманов исемендәге урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 5 - нсе класс уҡыусыһы Айдар Акрамов бүлештеләр;
2 нсе урын Т.Рахманов исемендәге урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 6 - нсы класс уҡыусыһы Динара Шәриповаға;
3 - нсе урын Ябалаҡ урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 8 - нсе класс уҡыусыһы Ләйлә Сибәғәтуллинаға бирелде.
Бәйгелә ҡатнашҡан барлыҡ уҡыусыларға уңыштар, яҡшы билгеләргә генә уҡып, сәләмәт булып һәм хыялдарының тормошҡа ашыуын теләйбеҙ.